+7 °С
Болотло
Йәш кесерткәнде күләгәлә 7 көн буйы киптерәм. Япраҡтары ыуала башлағас, утҡа бирешмәй торған һауытҡа тултырып яндырам. Янып бөткәс, көл әҙер тигән һүҙ.
Бер петуния үҫентеһенә сама менән 1 аш ҡалағы йомортҡа ҡабығы һәм 1,5 аш ҡалағы кесерткән көлө кәрәк. Сәскәләрҙе айына бер тапҡыр шулар менән ашлайым. Беренсе тапҡыр—тупраҡҡа ултыртҡанда.
Мин инде бик күптәннән ошо ысулды ҡулланам. Һеҙгә дә шуны кәңәш итәм.
Зоя Михайлова.