-5 °С
Ҡар
1 кг алмаға 50 гр шәкәр, 50 гр һыу.
Таҙалап ҡырҡылған алмаларҙы кәстрүлгә һалабыҙ, һыу ҡоябыҙ һәм 30-40 минут быҡтырабыҙ. Аҙаҡ артыҡ һыуын түгәбеҙ (эсергә лә була). Артабан блендерҙа өйрөлтәбеҙ йә иләк аша үткәрәбеҙ. Йәнә утҡа ҡуябыҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ һәм 15 минут бешерәбеҙ.
Артабан пергамент ҡағыҙын майлап, шунда массаны 0,5 см ҡалынлығында йәйәбеҙ һәм 100-130 градуслыҡ температурала киптерәбеҙ. Духовканың ишеген бер аҙ асып ҡуйығыҙ. Әҙер ҡаҡ ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.
Тәмле булһын!