Хужабикәгә
31 Июля 2025, 10:50

Кишер япрағы менән помидор маринадлау

оҙлоҡ өсөн:•1 л һыуға •1 аш ҡалағы тоҙ, •5 аш ҡалағы шәкәр, •70 г 9 процентлы уксус ҡоябыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кишер япрағы менән помидор маринадлауКишер япрағы менән помидор маринадлау
Кишер япрағы менән помидор маринадлау

Стерилләштерелгән банкаларҙың төбөнә мулыраҡ итеп яҡшылап йыуылған кишер япрағы, 1 л банкаға 1 тырнаҡ иҫәбенән һарымһаҡ һалығыҙ. Помидорҙарҙы тултырабыҙ ҙа, ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут тотабыҙ. Шул арала тоҙлоҡ әҙерләйбеҙ.
Банкаларҙағы һыуҙы түгеп, ҡайнап сыҡҡан тоҙлоҡто помидорҙар өҫтөнә ҡойоп, тимер ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ. Йылы әйбер менән төрөп ҡуябыҙ. Бик тәмле була!
* Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәр һарымһаҡ ҡушмай ғына эшләй.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас