Хужабикәгә
Баҡса еләгенән компот
Кәрәк: 400 г баҡса еләге, 1 лимон, 300 г шәкәр, 3 литр һыу, бер нисә япраҡ бөтнөк (мята).
* Лимон менән бөтнөктө яҡшылап йыуабыҙ.
* Баҡса еләген япраҡтарынан таҙартып дуршлагта йыуабыҙ.
* Банкаларҙы йыуабыҙ һәм үҙебеҙгә уңайлы ысул менән стерилизация эшләйбеҙ.
* Лимонды түңәрәкләп ҡырҡабыҙ.
* Шунан бөтнөк япраҡтарын һалырға.
* Баҡса еләген өҫтәргә.
* Ҡайнап торған һыуҙы емеш-еләк һалынған банкаларға ҡоябыҙ .
* Алдан эҫе һыуҙа ҡайнатылған ҡапҡастар менән банкаларҙы 30 минутҡа ҡаплап торабыҙ.
* Һуңынан банкаларҙан һыуҙы кәстрүлгә бушатып шәкәр ҡомо өҫтәйбеҙ. Кәстрүлде утҡа ҡуябыҙ.
* Шәкәрле һыуҙы ҡайнар хәлгә еткерәбеҙ,сиропты бер-нисә минут ҡайнатабыҙ.
* Банкаларҙы эҫе сироп менән тултырабыҙ, тимер ҡапҡастар менән ябып әйләндереп ҡуябыҙ. Компоттарҙы йылы юрғанға төрөп һыуынгансы тотабыҙ. Һуңынан ҡышҡылыҡҡа һаҡлай торған урынға алып ҡуябыҙ