Хужабикәгә
Тоҙло кәбеҫтәләрҙән билмәндәр
Ҡамыр өсөн: 3 стакан он, 1 стакан ҡайнар һыу (тулы түгел), 1 йомортҡа, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ.
Эслек өсөн: 600-700 грамм тоҙло кәбеҫтә, һуған, 2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы.
Тәүҙә эслек әҙерләп алығыҙ. Майҙа һуғанды ҡыҙҙырығыҙ, унан уға тоҙло кәбеҫтә ҡушып тағы утта тотоп алабыҙ, болғатып тороғоҙ. Йомшағыраҡ кәбеҫтә оҡшаһа, бер аҙ һыу ҡушып, таба ҡапҡасын ябып ҡыҙҙырығыҙ.
Бер йомортҡаны һытып, уға тоҙ, бер аҙ шыйыҡ май ҡушып болғатығыҙ. Икенсе һауытҡа он иләгеҙ ҙә, уға туҡылған йомортҡаны һәм әле генә ҡайнап сыҡҡан ҡайнар һыуҙы өҫтәп ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы 15 минут ял иттереп алғас, бәләкәй йәймәләр эшләп, эслек һалып вареники әҙерләгеҙ. Уларҙы тоҙло ҡайнаған һыуҙа бешерегеҙ. Өҫкә ҡалҡып сыҡҡандан һуң 3-4 минуттан алығыҙ. Өҫтөнә ҡыҙҙырылған һуған һалып ашарға мөмкин, йә иһә билмәндәрҙе аҡ майҙа табала бер аҙ ике яҡлап ҡыҙҙырып алырға була.