-5 °С
Ҡар
Һауытҡа ирегән аҡ майҙы, йомортҡаны, тоҙҙо, шәкәрҙе, ванилинды һалып болғатабыҙ. Унан он менән йомшартҡысты өҫтәйбеҙ. Ҡулға йәбешмәҫлек ҡамыр килеп сығырға тейеш. Майланған табаға ситтәрен бер аҙ күтәреп тигеҙләп йәйеп һалабыҙ.
Эслек өсөн ҡарағат менән крахмалды ҡушып бутайбыҙ. Ҡамыр өҫтөнә һалып, 180 градуста йылытылған духовкаға 25 минутҡа оҙатабыҙ. Бәлеш бешкән арала ҡуйыртылған һөткә ҡаймаҡ ҡушып болғатабыҙ. Бәлеште духовканан алғас, әлеге массаны емеш өҫтөнә ҡоябыҙ ҙа, пирогты 3 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Бик тәмле бәлеш килеп сыға. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!