Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
3 Апрель 2025, 12:00

Һаулыҡ өсөн кәрәкле эсемлек!

📌Һаулыҡ өсөн ябай эсемлекҺаулыҡ өсөн иҫерткес түгел, һоло эсемлеге эсегеҙ!*Уны әҙерләүе еңел генә, ә файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Тәү ситатта ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм мәтдәләр алмашыныу процессында организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта. Ябығырға теләүселәргә лә "тиҙ ярҙам".*3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла мөмкин. Был эсемлеккә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынлай ҙа эсергә була.  

Һаулыҡ өсөн кәрәкле эсемлек!
Һаулыҡ өсөн кәрәкле эсемлек!

Был Гөлнур ҠЫУАТОВАның буҙа әҙерләү рецебы булһа,

яҡташ шағирә Айгөл Иҙелбаеванан да бик шәп буҙа ҡойоу рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Ошо ваҡытта хәл индереү өсөн бик шәп эсемлек ул.
Мин эшләгән рецепт ошолай: 3 литр һыуға, ҡайнап сығыу менән, 1 стакан геркулес һалам (кемдәрҙер һыуға геркулесты шундуҡ һала, мин улай итмәйем). 1 сәғәт ара-тирә болғай-болғай бешергәс, эҫе көйөнсә һөҙәм һәм 1 стакан шәкәр һалып болғап ултыртам. Һыуынғас, 1 стакан буҙа ҡуры (закваска) йәки ҡымыҙ ҡойоп болғатам һәм быяла һауыттарға ҡоям. Йылы урында ултырһа, 1 тәүлектән әҙер була. Ара-тирә һелкетеп йәки өҫкә һапырып болғатып алырға кәрәк.

Күберәк кәрәк булһа, самаларҙы арттырырға мөмкин.

Буҙаны быяла һауыттарға ҡойоп ойоторға кәңәш итәм. Сөнки, кәстрүлдә ултырһа, тимер менән реакция барлыҡҡа килеп, тәмһеҙләнә, күкһел төҫкә инә. Уның ҡарауы кәстрүл ялтырап китә)

Ҡызлап торған буҙа эсеп туйғыһыҙ була!..

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас