Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
27 Март 2025, 14:55

Матур ҙа, мәшәҡәтле лә ай етә

Апрель—яҙҙың матур ҙа, мәшәҡәтле лә мәле. Нәҡ ошо ваҡытта баҡсала ҡыҙыу осор башлана ла инде. Ҡар иреп бөтөү менән тупраҡ әле дымлы саҡта азотлы ашламалар менән туҡландырыу мул уңышҡа нигеҙ булып тора. Баҡса еләге үҫтереүселәр өсөн был ысул айырыуса отошло.

Апрель—яҙҙың матур ҙа, мәшәҡәтле лә мәле. Нәҡ ошо ваҡытта баҡсала ҡыҙыу осор башлана ла инде. Ҡар иреп бөтөү менән тупраҡ әле дымлы саҡта азотлы ашламалар менән туҡландырыу мул уңышҡа нигеҙ булып тора. Баҡса еләге үҫтереүселәр өсөн был ысул айырыуса отошло.

Еләк иртәрәк өлгөрһөн тиһәгеҙ, былтырғы япраҡтарынан матур итеп таҙалап алғандан һуң, ашламалап, түтәл өҫтөнә дуға һымаҡ каркас ҡуйып, махсус япма менән ҡапларға кәрәк. Көндөҙ ҡояш ныҡ йылытҡан ваҡытта асып, төнгөлөккә ябалар.

Еләк түтәлдәренән тыш сәскәләр ҙә ҙур иғтибар талап итә был осорҙа. Күп йыллыҡ астра, лилиә, ләлә (тюльпан), ирис һәм башҡа сәскәләр морон төртөп, көнгә тартыла башлай. Уларҙы ла ваҡытында туҡландырып ҡуйыу сәскәләренең күп булыуына булышлыҡ итер. Рауза, готензия кеүек бәләкәй ҡыуаҡлы сәскәләрҙе, ҡороған һабаҡтары булһа, ҡырҡып, рәтләп ҡуялар. Гортензияны ҡырауҙар бөткәнсе төнгөлөккә ҡаплап торорға кәңәш ителә, юғиһә, йәш япраҡтары һыуыҡҡа бирешә.

Йәшелсә баҡсаһы ла был осорҙа айырыуса ҙур иғтибар талап итә. Тупраҡ һурыҡҡан булһа, түтәлгә тиреҫ, көл, утын вағы (ҡайҙа нимә сәсеүегеҙҙе иҫәпкә алып) өҫтәйҙәр.

Ҡуҙғалаҡ, ҡара һуған, һарымһаҡ та морон төртһә, уларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, рәт араларын йомшартып, таҙартып ҡуйығыҙ.

Тупраҡ йылына башлағас, кишер, петрушка кеүек һыуыҡҡа бирешмәй торған йәшелсәләрҙе сәсһәгеҙ ҙә була. Сөгөлдөр, һуған, шпинат, салат, әнис кеүектәрҙе майҙың тәүге яртыһында ғына ултырталар.

Теплицала иһә был айҙа ҡыяр, помидорҙарҙы ҡарап үҫтереүҙе дауам итәләр. Япмалы яҙғы түтәлдәрҙе (парник) файҙаланыу өсөн әҙерләйҙәр: пленка ябалар, тупраҡты йылыталар, ҡыяр орлоҡтарын шыттыралар, үрсетмәләрен сыныҡтыралар.

Еләк-емеш ағастарының да йоҡо ваҡыты бөтөп, вегетация осоро башлана. Айыу баланы, һары ҡурай еләге, крыжовник, ҡарағат көндәр йылыныу менән япраҡҡа бөрөләнә. Ҡороған, сирле ботаҡтарын ҡырҡып, ҡыуаҡлыҡ төбөн йомшартып, ашлама менән туҡландырып, бетсәләрҙән эшкәртеп ҡуялар.

Ә виноградты иһә бөрөләнмәҫ борон ҡырҡырға кәрәк, юғиһә, һут әйләнә башлаған осорға тура килеп, ҡырҡҡан урындан туҡтауһыҙ һыуы ағып тороп, ҡороуы ихтимал.


 

ИНТЕРНЕТ СЕЛТӘРЕНӘН

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас