Яҙ еткәс, ҡайһы берәүҙәрҙе һипкел интектерә. Уның сәбәбен асыҡлау өсөн врачҡа күренергә кәрәк. Ләкин йыш ҡына ул организмда витаминдар етешмәүҙән дә була. Өҙлөкһөҙ поливитаминдар, игерәк тә С витамины ҡулланыу һипкелде бермә-бер кәметә. Ҡыш кварц лампаһы менән битегеҙҙе йылытһағыҙ ҙа һипкелдәр бөтә.
Кәңәштәр:
Ҙур булмаған 1 картуфты ҡырып, 1 ҡалаҡ миндаль көрпәһе, 3 - 4 ҡалаҡ әсегән һөт, 1 балғалаҡ үҫемлек майы өҫтәргә һәм биткә һөртөргә кәрәк. Битлекте 20 минуттан һалҡын һыу менән йыуып төшөрөргә, һуңынан бит тиреһенә ярашлы кершән (крем) һылап ҡуйырға була.
Һипкелдәргә лимон һутын даими һөртөп торһаң, бит тиреһе ағара.
Водород перекисы ярҙамы менән дә һипкелдәрҙән ҡотолорға була. Бының өсөн ике аш ҡалағы 3 процентлы водород перекисын бер балғалаҡ крахмал менән бутап, биткә буярға. Кипкәс уны лимон һуты һалынған һыу менән йыуып алырға кәрәк.
Миксерҙа ваҡланған бер балғалаҡ геркулесҡа 1 - 2 тамсы көнбағыш майы, ҡайнар һыу өҫтәп, биткә һөртөргә лә ярты сәғәттән һуң йылымыс һыу менән йыуып төшөрөргә кәңәш ителә.
Иртән һәм кисен ҡаты сәй һөртһәң, һипкелдәр ныҡ күҙгә ташланып тормаҫ. Шулай уҡ әсегән һөт һөртөү ҙә файҙа бирә.
Бер ус бәпембә сәскәһен йыйып, бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға кәрәк. Төнәтмә һыуынғас, һөҙөргә һәм шешәгә бушатырға.
Мамыҡ тампоны ярҙамында һипкелдәр күберәк булған урындарға иртән һәм кис һөртөп торорға кәрәк. Был төнәтмәне һыуытҡыста боҙ кубиктары итеп туңдырырға һәм шулар менән иртән битте һөртөргә мөмкин. Даими ҡулланғанда һөҙөмтә күренәсәк.
Яҙ һәм йәй петрушканың япраҡтарынан, ә көҙөн уның тамырынан битлек эшләргә. Ит турағыстан үткәрелгән петрушканы таҙартылған бит тиреһенә 20-30 минутҡа һалырға, һалҡын һыу менән йыуырға һәм туҡландырыусы крем һөртөргә.
Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.