Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
10 Март 2025, 11:05

Файҙалы сәй ҙә ул

Лавр тәмләткес кенә түгел, файҙалы сәй ҙә. Ябығырға теләүселәр өсөн дә кәңәш ителә.

Лавр япрағы юғары ҡан баҫымынан, ҡандағы шәкәрҙән, йүткереүҙән, шешенеүҙән һәм артыҡ ауырлыҡтан иҫ киткес ҡеүәтле сара. Эйе, лавр аш-һыу тәмләткесе генә түгел, ул төрлө ауырыуҙарҙы дауалауҙа ҡулланылған дарыу үҫемлеге лә.

Ул бәүел ҡыуыуҙа ярҙам итә, ревматизмға, елһенеүгә ҡаршы сара, аш һеңдереү системаһының эшен яҡшырта, матдәләр алмашыныуын стимулләштерә.

Лавр япрағынан сәй аш һеңдереү боҙолғанда, бауыр сирендә , күрем мәлендә һыҙланғанда ярҙам итә, менопауза симптомдарын еңелләштерергә, ҡандағы шәкәр кимәлен тоторға, отит менән йонсоғанда, тире инфекцияларын бөтөрөргә булышлыҡ итә, баш ауыртыуын баҫа, юғары ҡан баҫымын кәметә, эс күбеүҙән ҡотҡара, артрит, подагра һәм ревматизм ваҡытында ауыртыуҙы кәметә. Лавр япрағы һалҡын тейгәндә, бронхит һәм башҡа тын алыу системаһы сирҙәрендә дауа сараһы булараҡ тәьҫир итә.

Ул матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, артыҡ ауырлыҡты тиҙ юғалтыуға булышлыҡ итә. Бының өсөн унан сәй һәм сироп эшләү яҡшы булыр. Сәйҙе эшләү бигерәк анһат. Бер литр ҡайнаған һыуға өс япраҡ төшөрөгөҙ. Кәстрүл ҡапҡасын ябып, 10 минут тотоғоҙ һәм көнөнә  3-4 тапҡыр эсегеҙ.

Ауырлы һәм имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙарға эсеү тыйыла. Кире тәьҫирҙәре лә бар: күп күләмдә ҡулланылғанда ул йоҡоһоҙлоҡҡа килтереүе ихтимал йәки ашҡаҙанды ярһытыуы мөмкин.

Лавр сәйен өс аҙна дауамында йәки һаулығығыҙ яҡшырғансы эсергә кәңәш ителә. Әгәр маҡсатығыҙ ябығыу булһа, 20 көн даими ҡулланғандан һуң, 15 көнлөк тәнәфес яһау мотлаҡ. Аҙаҡ курсты ҡабатларға була.

* Табип менән кәңәшләшергә.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас