АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
28 Ноябрь , 16:05

Күрәгә файҙаһы

Инфаркттан һәм инсульттан һуң организмды тергеҙеү өсөн нәҡ ошо емеште ашарға кәңәш итәләр. Унда витаминдар бик күп.

Күрәгәлә (курага) калий күп, шуға күрә ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай. Емеште ғәҙәттә инфаркттан һәм инсульттан һуң организмды тергеҙеү өсөн ашарға кәңәш ителә. Күрәгә В (В1 һәм В2), А, С, РР төркөмө витаминдарына бай. Унда кальций, магний, тимер, фосфор һәм натрий кеүек минералдар ҙа бар. Улар организмда һөйәк туҡымаһын нығыта һәм иммунитетты күтәрә, ашҡаҙан-эсәк юлының эшен нормалләштерә, тымауҙан ҡотолорға мөмкинлек бирә. Организмды токсиндарҙан, шлактарҙан таҙарта. Бауырға яҡшы тәьҫир итә. Күрәгәне йыш ҡына абрикос моно-диетаһы продукттарының береһе булараҡ ҡулланалар. Рецепт ябай: кистән емеште һыуға ебетә ҡуйырға, ә иртәнсәк ашарға.

Күрәгә эсәктәрҙе таҙартыуға һәләтле. Шулай уҡ холестерин кимәлен түбәнәйтә ала, шешкә ҡаршы сара булараҡ та ҡулланалар.

Антиоксидант булараҡ ул шештәрҙең үҫеүен туҡтата, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына яҡшы йоғонто яһай. Калий организмдан артыҡ шыйыҡсаны сығара, шуға ярашлы, ҡан баҫымын түбәнәйтә. Йөрәк мускулын нығыта. Шулай уҡ ҡалҡан биҙе эшен нормалләштерә.

 

Табип менән кәңәшләшергә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: