Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
15 Октябрь , 17:00

Тәмле ҡамыр баҫайыҡ та ваҡ бәлеш бешерәйек!

Бер йомортҡаға өс ҡалаҡ магазин ҡаймағы, бер ҡалаҡ майонез, ярты балғалаҡ тоҙ, 150 гр. аҡ май, он һәм ярты балғалаҡ ҡабартҡыс (разрыхлитель) һалып ҡамыр баҫабыҙ. Йомшаҡ, матур ҡамыр килеп сыға. Йомортҡа һалмайбыҙ тимәгеҙ, гел бер төрлө рецепт менән бешереүе ялҡытып китә бит, һалып ҡарағыҙ.

Тәмле ҡамыр баҫайыҡ та ваҡ бәлеш бешерәйек!
Тәмле ҡамыр баҫайыҡ та ваҡ бәлеш бешерәйек!

Был минең ныҡ яратҡан ҡамырым, иҫ киткес тәмле була. Бер йомортҡаға өс ҡалаҡ магазин ҡаймағы, бер ҡалаҡ майонез, ярты балғалаҡ тоҙ, 150 гр. аҡ май, он һәм ярты балғалаҡ ҡабартҡыс (разрыхлитель) һалып ҡамыр баҫабыҙ. Йомшаҡ, матур ҡамыр килеп сыға. Йомортҡа һалмайбыҙ тимәгеҙ, гел бер төрлө рецепт менән бешереүе ялҡытып китә бит, һалып ҡарағыҙ.

Эслегенә инде картуф, һуған, фарш. Ҡамыр еңел йәйелә. Өлөштәргә булеп ҡырҡып сыҡтым да, һәр йомарламды айырым йәйҙем. Ҡалын итмәнем, ғөмүмән бәлештәрҙең ҡамыры ҡалын булғанын өнәмәйем, шуға гел йоҡаҡ йәйәм. Өсмөйөштәрҙең өҫтөн аҙаҡ йомортҡа+һөт ҡатнашмаһы менән һөртөп сыҡтым. Быныһы матурлыҡ өсөн♥ мейестә (эл. духовкала) 35 - 40 минут самаһы беште.

Аштарығыҙ тәмле, ҡорған донъяғыҙ йәмле булһын, әхирәттәрем! Күңел тыныслығығыҙҙы юғалтмағыҙ!
#ГөлназИшемғолова

фото авторҙыҡы

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: