АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
16 Сентябрь , 09:25

Киндер орлоғо

"Беҙ бала саҡта күп өйҙәрҙә бәләкәй моҡсайҙарҙа киндер орлоғо һаҡлана торғайны. Киндергә әбейҙәр хужа, һораһаҡ ярты ҡалаҡ ҡына бирәләр ине. Дарыу итеп ҡуландылармы - белмәйем", - тип яҙа Әкрәм Ҡәйепҡолов.

Киндер орлоғо
Киндер орлоғо


Эйе, хәҙер киндер Рәсәйҙә тыйылған үләндәр исемлегендә. Интернет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, зыянлы матдә орлоғонда түгел 🤔 Хатта 19-сы быуатҡа тиклем унан шыйыҡ май эшләгәндәр икән, аҙаҡ көнбағышҡа күскәндәр.

Беҙ ҙә бала саҡта киндер орлоғо һуғып ашай инек. Сөсө икмәккә ҡушып бешерҙеләр. "Бетле икмәк" тип белә инек...

Ә һеҙ был орлоҡ хаҡында нимәләр беләһегеҙ? Ашай торғайнығыҙмы?

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: