АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
9 Сентябрь , 10:57

Хужабикәләргә кәңәш

Пицца бешергәндә һалған йәшел тәмләткестәр үҙ төҫөн юғалтмаһын тиһәгеҙ, уны алдан үҫемлек майына манып алырға кәрәк. Макарон һәм спагетти бешергәндә йәбешмәһен тиһәгеҙ, ҡайнар һыуға бер аҙ үҫемлек майы ҡушығыҙ. Мундир картуф бешергәндә, картуф ярылмаһын өсөн һыуға бер нисә тамсы уксус өҫтәгеҙ. Бөтәүләй картуф бешергәндә бер нисә теш һарымһаҡ ҡушһағыҙ, картуф тәмле була. Йәнә лавр япрағы, бер аҙ аш һеркәһе өҫтәһәгеҙ, картуф һыуынһа ла тәмен юғалтмай. Туралған һуған “кипмәй” оҙағыраҡ ятһан тиһәгеҙ, өҫтөнә тоҙ һибегеҙ.

Мең дә бер кәңәш

 

  1. Пицца бешергәндә һалған йәшел тәмләткестәр үҙ төҫөн юғалтмаһын тиһәгеҙ, уны алдан үҫемлек майына манып алырға кәрәк.
  2. Макарон һәм спагетти бешергәндә йәбешмәһен тиһәгеҙ, ҡайнар һыуға бер аҙ үҫемлек майы ҡушығыҙ.
  3. Мундир картуф бешергәндә, картуф ярылмаһын өсөн һыуға бер нисә тамсы уксус өҫтәгеҙ.
  4. Бөтәүләй картуф бешергәндә бер нисә теш һарымһаҡ ҡушһағыҙ, картуф тәмле була. Йәнә лавр япрағы, бер аҙ аш һеркәһе өҫтәһәгеҙ, картуф һыуынһа ла тәмен юғалтмай.
  5. Туралған һуған “кипмәй” оҙағыраҡ ятһан тиһәгеҙ, өҫтөнә тоҙ һибегеҙ.
  6. Горчицаны һыу урынына һөткә болғаһағыҙ, оҙағыраҡ һаҡлана.
  7. Әрселгән алма ҡараймаһын өсөн уны һыуыҡ, бер аҙ тоҙланған һыуға тығып алырға (салат эшләгәндә).
  8. Бысаҡты эҫе һыуҙа йыуһаң, ул үтмәҫләнә.
  9. Ҡарабойҙайҙан бутҡа бешерер алдынан, уны тәүҙә еңелсә ҡурып алһағыҙ, тәмлерәк була.
  10. Йәшелсәле аштарға еңелсә ҡыҙҙырылған он өҫтәһәгеҙ, ул туҡлыҡлыраҡ була.
  11. Кислота йәшелсә бешеүен яйлата. Шуға уксус, лимон кислотаһы, томат-пюре йә помидорҙы йәшелсәләр бешеп сыҡҡас ҡына өҫтәгеҙ.
  12. Картуф тиҙерәк бешһен өсөн һыуға бер аҙ май ҡушығыҙ.
  13. Картуф иҙмәһенә һалҡын һөт ҡушмағыҙ, төҫө яманайыр, төйөрләнер. Һөттө бер аҙ йылытып, яйлап-яйлап ҡушһағыҙ яҡшыраҡ булыр.
  14. Һауыт-һабағыҙға балыҡ йә һуған еҫе һеңһә, уны аш һеркәһе ҡушылған һыуҙа йыуығыҙ.
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: