АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
4 Июль , 16:20

ХУЖАБИКӘГӘ

Ә һеҙ сөгөлдөр япрағынан голубцы әҙерләгәнегеҙ бармы? Бик тәмле була тиҙәр...

ХУЖАБИКӘГӘ
ХУЖАБИКӘГӘ

Баҡсағыҙҙа йәшелсәләр, бәлки, өлгөрөп етмәгәндер, әммә япраҡтары барҙыр. Мәҫәлән, сөгөлдөр япрағы. Беләһегеҙме, уның менән голубцы бешереп булғанын?

Фәимә Харрасова исемле замандашыбыҙ түбәндәгесә әҙерләйем ти:

Башта ит турағыс аша ит үткәреп, уға ваҡ итеп туралған бер баш һуған һәм төйөлгән ҡара борос ҡушып болғатығыҙ. Самалап дөгө алығыҙ, уны бүрттерегеҙ һәм һалҡын һыу менән сайып, һыуын һарҡыта ҡуйығыҙ. Барыһын бергә бутағас, эслек әҙер була.

Ул арала кәстрүлдә һыу ҡайнатабыҙ. Ул ҡайнап сыҡҡас, сөгөлдөр япраҡтарын берәм-берәм ҡайнар һыуға һалып кире алабыҙ. Һабаҡ өлөшөндәге ҡаты ерен бер аҙ йомшартабыҙ ҙа фаршты япраҡҡа төрәбеҙ.

Суйын кәстрүл төбөнә үҫемлек майы ҡойоп, унда ваҡланған һуған, кишер, помидорҙы ҡыҙҙырабыҙ. Унан әҙер голубцыларҙы шуның өҫтөнә теҙәбеҙ ҙә ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Бер аҙ тоҙ һибәбеҙ ҙә ҡапҡасын ябабыҙ. Бешергә 5-10 минут ҡалғас һарымһаҡ ҡырып төшөрөргә була.

Ҡыҙыл сөгөлдөр япрағынан голубцы бик тәмле килеп сыға. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: