Миләүшә гөлө (фиалка) һәр саҡ сәскә атҡан гөл, уны яҡты тәҙрә төбөнә ҡуйығыҙ. Тура ҡояш нурҙары төшөрлөк булмаһын.
Һауытың бейеклеге яҡынса 7-8 см, диаметры 9-10 см-ҙан артмаһын. Миләүшә тамырҙары һауыт ситенә, төбөнә тейә башлағас, сәскә ата. Артыҡ һыу сығып торһон өсөн гөл һауытының төбөн тишергә кәрәк.
Гөлгә аҙ-аҙлап ғына көн аша йылы һыу ҡойоғоҙ. Һауыттың ситенән генә ҡойһағыҙ, бигерәк тә шәп. Япраҡтарға һыу теймһә, яҡшыраҡ. Ғөмүмән, гөл һыу яратмай. Айына бер тапҡыр миләүшә гөлө өсөн сығарылған махсус ашлама һибегеҙ, ул уны нығыта.
Гөлдәрҙе йыл һайын күсереп ултыртыу ҙа ҡамасауламай. Миләүшәләр өсөн сығарылған махсус тупраҡ булһа, айырыуса һәйбәт. Һауыт төбөнә керамзит һәм ағас күмере һалып ҡалдырығыҙ.
АЙГӨЛ РӘХМӘТУЛЛИНА кәңәштәре.