Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
6 Май , 16:45

ҠУҘҒАЛАҠТАН АШ-ҺЫУ

Ҡуҙғалыҡ бәлеше Кәрәк: 120 гр ҡуҙғалаҡ, 150 мл кефир, 2 йомортҡа, 50 гр сыр, 100 гр он, семтем тоҙ, 3 гр йомшартҡыс, тәмләткестәр. Әҙерләү: йомортҡаны кефирға, тоҙға ҡушып болғағыҙ. Унан он, йомшартҡыс, тәмләткестәр ҡушығыҙ. Сырҙы ҡырҡыстан үткәреп өҫтәгәс, килеп сыҡҡан массаның яртыһын табаға ҡойоғоҙ. Тураҡланған ҡуҙғалаҡты һалғас, ҡалған массаны ҡойоғоҙ. 180 градуста йылытылған мейестә 40 минут бешерегеҙ.

ҠУҘҒАЛАҠТАН АШ-ҺЫУ
ҠУҘҒАЛАҠТАН АШ-ҺЫУ

Ҡуҙғалаҡтан ҡайнатма

Кәрәк: 170 гр ҡуҙғалаҡ, 150 гр шәкәр, 2 аш ҡалағы шәкәр.

Әҙерләү: ҡуҙғалаҡты йыуып киптергәс тураҡлағыҙ. Һыуға шәкәр ҡушып ҡайнатып алғас, шул сиропҡа ҡуҙғалаҡты ҡушығыҙ ҙа ҡуйырғансы ҡайнатығыҙ.

Ҡуҙғалаҡтан турама

Кәрәк: 1 ҡыяр, 100 г редиска, 30 гр ҡуҙғалаҡ, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ, семтем тоҙ.

Әҙерләү: ҡыяр менән редисканы дүңгәләкләп ҡырҡығыҙ, ҡуҙғалаҡты тураҡлағыҙ. Тоҙ һибеп, ҡаймаҡ менән бутағыҙ.

Ҡуҙғалаҡтан компот

Кәрәк: 200 гр ҡуҙғалаҡ, 150 гр шәкәр, 1 л һыу.

Әҙерләү: ҡуҙғалаҡты йыуып таҙалап кәстрүлгә һалығыҙ. Шәкәр һибеп, һыу ҡойоп болғатығыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тағы 3 минут утта тотоғоҙ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: