+9 °С
Болотло
--Ишек алдында төҙөлөш, ремонт эштәре барғас, иркенләп еләк үҫтерә алмай килдем. Уҙған йәй бәләкәй генә бер мөйөштө кәртәләп, шунда еләк үҫтерҙем дә бәләкәй үҫентеләрен көҙ өйгә индереп ултырттым. Шаулап үҫеп киткәстәр, эх, ҙурыраҡ һауытҡа ултыртмағанмын икән тип үкенеп ҡуйҙым. Ғинуар айында емеш бирә лә башланылар. Ейән менән ейәнсәрем ҡунаҡҡа килгәндә бешкән береһен көтөп кенә йөрөнө. Әле арыуыҡ ваҡыттан килгәндәре юҡ, шуға еләктәрем ҡәҙимге күбәйеп китте. Икенсе йыл иркенерәк һауыттарға ултыртырға ниәтләнәм,--ти Айгөл апай.
Бына шулай, баҡтиниһәң, өйҙә лә баҡса еләге үҫә икән. Ә һеҙ үҫтереп ҡарағанығыҙ булдымы?