Хужабикәләр өсөн түбәнге кәңәштәр оҡшар
* Сөсө ҡамыр өсөн ондоң сама менән 10 процентын крахмалға алыштырғанда, ризыҡ иҫ киткес тәмле булып, күпереп бешә һәм оҙағыраҡ һаҡлана.
* Крахмал ҡоймаҡ ҡамырына ла бик килешә: селтәрләнеп торған йоҡа ғына ҡоймаҡ килеп сыға.
* Торт өсөн кремды крахмал менән (кукуруздыҡы яҡшыраҡ) ҡуйыртып ебәрергә була.
*Ҡайнатма, эремсек, еләктән шыйыҡ бәлеш эслегенә, ағып сыҡмаһын өсөн, крахмал өҫтәргә мөмкин.
* Киҫәкләп итте ҡыҙҙырға мәлдә тәмлекәстәргә (тоҙ, борос, дәрсен һ.б.) крахмал да өҫтәп ебәрһәгеҙ, ит йомшаҡ булып бешә, тышы кетерләп тора.
* Ит соусына бер нисә ҡалаҡ крахмал өҫтәп ебәрһәң, ҡуйырып китәсәк, тәмле лә буласаҡ.
* Иттән кәтлит яһағанда, йомортҡа урынына крахмал ҡулланырға мөмкин. 2 аш ҡалағы крахмал 1 йомортҡаны алыштыра.
Фото:capiton-mebel.ru