Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
16 Октябрь 2023, 21:10

Иммунитетты нығытайыҡ

Иммунитетты нығытыу өсөн түбәндәге рецепт файҙалы. Уның өсөн 3 аш ҡалағы бал, 0,5 кг мүк еләге (клюква) йәки нарат еләге (брусника), 1 лимон йәки әфлисун кәрәк.

Иң элек бүлмә температураһындағы мүк еләген йыуып ҡороторға. Лимонды ҙур булмаған киҫәктәргә турарға, һуңынан икеһен дә ваҡларға: ит турағыстан сығарырға йәки блендер менән иҙергә кәрәк. Шуға бал һалып, банкаға тултырып, һыуытҡыста һаҡларға кәңәш ителә. Шуны көнөнә 2 тапҡыр 2-шәр сәй ҡалағы ашарға. Әлеге төнәтмә менән 3–4 аҙна дауаланырға кәңәш ителә.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА