Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
9 Октябрь 2023, 19:46

Аш-һыу бешереү оҫтаһы Лилиә Шаһиғәлинан бер лайфхак!

Белгәндәр ҙә күптер, ләкин белмәгәндәр ҙә барҙыр. Ҡоймаҡҡа иҙмәне әҙерләгәс, бына ошолайтып, шешәгә ҡойоп ҡоймаҡ бешереүе уңайлы ғына. Юғиһә, кәстрүл, йәки башҡа һауыттың сите - башы ҡатып бөтә бит, ҡоймаҡ ҡойоп бөткәнсә. Ә былай таҙа ла, тиҙ ҙә була. Бик уңайлы!

Һәм шулай уҡ ҡоймаҡ иҙмәһен шешәгә ҡойоп туңдыдрып ҡуйырға була. Кәрәк саҡта кистән туңдырғыстан сығарып ҡуяһың да, балаң мәктәптән, ирең эштән ҡайтыуға тиҙ генә ҡоймаҡ ҡояһың)))
Файҙалы кәңәш булып сыҡһа, мин шат булырмын. Ихтирам менән, Лилиә Рәмил ҡыҙы!🤗😘
Өй йылыһы - ҡатын - ҡыҙҙан, йылы булығыҙ!🥰💓

ә һеҙ ҡоймаҡты ошолай ҡойоп ҡарағанығыҙ бармы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА