+2 °С
Ясна
Бешкән 2 йомортҡаны ҡырғыстан үткәрәбеҙ, шуға 100 гр. самаһы ҡырылған сыр ҡушабыҙ. Әҙерәк ҡаймаҡ, бер аҙ майонез, тоҙ, борос өҫтәп барыһын да яҡшылап болғатабыҙ. Кибеттән әҙер йоҡа лаваш алып, шуны шаҡмаҡлап киҫәбеҙ һәм һәр береһенә әлеге эслекте йәйеп, торба рәүешендә төрәбеҙ. Айырым һауытҡа һөт һәм йомортҡа, аҙ ғына тоҙ һалып болғатабыҙ. Шунда "торбаларҙы" әүәләп табала ҡыҙҙырабыҙ.
фото: recepti-ot-sanicha.ru