-6 °С
Болотло
Ингредиенттар:
3 кг помидор
🧅1 кг башлы һуған
1 кг кишер
🫑1 кг татлы борос
2 стакан дөгө,
2 стакан көнбағыш майы
2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
3 аш ҡалағы тоҙ
Әҙерләү :
Дөгөгә һыуыҡ һыу ҡойоп 1 сәғәткә ҡуйып торабыҙ
Кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрергә, һуғанды түңәрәкләп, боросто оҙонсалап турайбыҙ
Ҙур кәстрүлгә май ҡойорға һәм туралған йәшелсәләрҙе һалабыҙ
20-25 минут тирәһе майҙа ҡурып алабыҙ
Артабан йыуылған дөгөнө ҡушабыҙ
Һуңынан ваҡ итеп туралған помидорҙы, тоҙ һәм шәкәрҙе һалырға
🥣 20 минут быҡтырып бешерергә
🥣Эҫеләй көйө генә банкаларға һалып, ҡапҡастар менән ябып, һыуынғансы төрөп ултыртып ҡуйырға.