Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
24 Август 2023, 16:55

Кетерләп кенә торған, үҙе тәмле тоҙло ҡыяр ашағығыҙ киләме?

Улайһа эшләйбеҙ! Иң башта маринад яһайбыҙ: 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан уксус, 6 аш ҡалағы кетчуп чили (Махеев), 7 стакан (250 миллиграмлыҡ) һалҡын һыу алабыҙ. Бөтәһен бергә ҡушып, шәкәр, тоҙ ирегенсе болғатабыҙ.   

Кетерләп кенә торған, үҙе тәмле тоҙло ҡыяр ашағығыҙ киләме?
Кетерләп кенә торған, үҙе тәмле тоҙло ҡыяр ашағығыҙ киләме?

1 литрлы банкаларҙы йыуып, стерилләйбеҙ, төбөнә укроп башы, керән (хрен) япрағы, бер нисә бөртөклө ҡара борос, 1-2 тырнаҡ һарымһаҡ һалабыҙ.

Банкаларға әҙер маринадты өҫтөнә сыҡҡансы ҡоябыҙ, ҙур кәстрүлдең төбөнә һыу ағыҙып, банкаларҙы теҙәбеҙ һәм һыу ҡайнап сыҡҡас 10-15 минут стерилләйбеҙ (водяная баня яһайбыҙ). Унан индек алдан әҙерләнгән тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ.

Ғәләмәт тәмле ҡыяр килеп сыға!

Һалҡын һыу ҡойолоған банкаларҙы ҡайнар һыуға ултыртып шартлатып ҡуймаҫ өсөн, кәсрүлдәге һыу һалҡын саҡта уҡ банкаларҙы унда теҙегеҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: