Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
22 Август 2023, 13:58

Татлы помидорҙар ябайыҡ!

Ҡышҡы сатлама һыуыҡта ҡып-ҡыҙыл помидор ашағығыҙ киләме? Улайһа эшләйбеҙ!

 
Маринадҡа:
 Шәкәр- 200 гр;
 Тоҙ -1 аш ҡалағы
Уксус 9% -1 аш ҡалағы
2 литрлы банкаға:
 Помидорҙар
 Ҡара борос -10 шт
Һарымһаҡ -4 теш
Керән(хрен) япрағы -1/2
 Укроп зонтигы- 1 шт
Лавр япрағы- 4 шт
Петрушка- 2 шәлкем
Әҙерләү:
Банкаларҙы һәм ҡапҡастарҙы сода менән йыуабыҙ, әйләндереп, киптерәбеҙ.
Стерилизовать итәбеҙ.
Помидорҙары һәм йәшелсәләрҙе йыуабыҙ һәм таҫтамалға һалып киптерәбеҙ.
Стерилизовать ителгән банкаға керән япрағы, укроп, петрушка, һарымһаҡ, борос һәм лавр япрағы һалабыҙ.
Банкаларҙы өҫкө өлөшөнә тиклем ҡайнар һыу менән тултырып, ҡапҡастар менән ҡаплайбыҙ.
 20 минутҡа ҡалдырабыҙ.
Банкаларҙағы һыуҙы кәстрүлгә бушатабыҙ.
🔺1-2 стакан һыу өҫтәп утҡа ҡуябыҙ.
🔺Тоҙ һәм шәкәр өҫтәйбеҙ, 5 минут ҡайнатабыҙ.
🔺Уксус өҫтәп болғайбыҙ
🔺Банкаларҙы тултырғанса ҡойоп ҡапҡастарын ябабыҙ.
🔺Әйләндергәндә өҫтөн одеял менән ябабыҙ һәм һыуынғансы теймәйбеҙ.
🔺1-2 тәүлектән ҡышҡылыҡҡа татлы помидорҙар әҙер була.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА