Күреп, ашап үҫкәнгәлер ҡаҡ ҡойоу беҙҙең өсөн ят күренеш түгел. Хәҙер, Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа ҡоябыҙ, яратып ҡулланабыҙ. Минең малайҙар ҡыш буйы һөйрәп йөрөп ашай.
Еләктән һәм алманан ҡоям күберәген. Сөнки әрһеҙерәк күп булған емеш кәрәк уға.🍓
Бөгөн 🍊АЛМА ҠАҒЫ🍊 ҡойғайным. Күптәрҙең һорауы буйынса әҙерләү ысулын яҙып китәйем.
🍊Алмаларҙы матурлап йыуаһың.
🍊Ҡайнаған һыуға һалып бер аҙ ғына быҡтырып, йомшартып алаһың. Оҙаҡ тоторға ярамай, сөнки бөтөнләй ярылып, формаһы боҙола. Алма һалынған һыу урғып ҡайнап сығыуға, алмаларҙы һөҙөп алаһың.
🍊Артабан инде кемдер иләк аша үткәрә, мин соковыжималка тигән мясорубка аша үткәрәм. Ҡабығы, төштәре барыһы ла айырым сығарыла.
🍊Ошо әҙер массаны яҡшылап бутайһыр һәм майлы таҡталарға тигеҙ итеп йәйәһең.
🍊Ҡояшлы һәм еләҫ урында 3-4 көн тотаһың. Бер аҙ һурыҡҡас, өҫтөнә бөжәктәрҙән йәшереп тюль һалырға була. Аҙаҡ ипләп кенә айырып алаһың.
🍓Еләктән эшләгәндә, туранан-тура уткәрәһең дә, йәйәһең.
АЙГӨЛ ФӘЙЗУЛЛИНА яҙмаһы.