Кәрәкле ингредиенттар:
1 кг баҡса еләге
300 грамм шәкәр (туңдырғыста һаҡлағас, шәкәр күп кәрәкмәй)
Бөтнөк (мята)
Ҡара ҡарағат япрағы
- Шәкәрҙе еләккә ҡушабыҙ
- Блендерҙа иҙәбеҙ. Шыйыҡ масса килеп сыға. Ҡайнатырға кәрәкмәй.
- Тәрилкәгә ҡарағат япраҡтарын йыуып һалып, өҫтөнә берәр аш ҡалағы еләк иҙмәһен һалабыҙ.
- 7-10 көн киптерәбеҙ. Унан берәй һауытҡа һалып, туңдырғысҡа һалабыҙ. Ҡышын тәмле сәй булыр.
- Ҡалған иҙмәне контейнерҙарға һалып, өҫтөнә бөтнөк һалып, туңдырғысҡа ҡуябыҙ.
Зөлфирә Иҙрисова битләүенән.