

Сыр әҙерләнем бөгөн

эй тәмле 

Сырҙың рецебын яҙып үтәйем але:кем теләй әҙер эремсектан эшләрһегеҙ! Мин ике биҙрә айыртылған һөттән эшләнем. Ике көнгә һөттө ойоторға ултыртам.Оҙағыраҡ ултырһа аҫтында һыуы ҡалып, өҫтөнә әсеп йыйылған эремсекте һөҙөп алам да,һарҡытырға ҡуям. Һарҡҡандан һуң, кире табаҡҡа һалып өҫтөнә ике литр һөт ҡойоп болғатып торам, бер массаға әйләнгәнсе. Шул массаны тағын һарҡытып алыр кәрәк. Кәмендә 2 кг эремсек килеп сыға. Һарҡҡандан һуң табаҡҡа 200гр. һыйыр майы һалып иретәм, һарҡҡан массаның өҫтөнә бер аш ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы сода, ике йомортҡа һытып бутайымда ирегән май өҫтөнә һалам. Талғын ғына утта һуҙмаҡлана башлағансы бер туҡтауһыҙ болғатып торор кәрәк. Әҙер булғас берәй үҙегеҙгә оҡшаған һауытҡа ҡойоп һыуытҡысҡа 4,5 сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ. Табынығыҙ тәмле булһын )))
Әлиә Йәғәфәрова.