

Энәлек. 1,5 стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы киптерелгән сәскәләрен йәки ике аш ҡалағы ваҡланған емештәрен һалып әҙерләргә лә, шуны өскә бүлеп, бер тәүлек эсендә 8 сәғәт һайын ашар алдынан 30 минут алдан эсергә.
Ҡара ҡарағат. Бер стакан ҡайнар һыуға ике аш ҡалағы емештәрен һалып әҙерләгәс, көнөнә 2-3 тапҡыр 0,5-1 стакан эсергә. Төнәтмәне япраҡтарҙан әҙерләгәндә иһә, ике стакан һыуға ике-өс аш ҡалағы һалырға кәрәк. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.
💢Миләш (мышар). 1,5 стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы киптерелгән емеш етә. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.
💢Укроп. 1,5 стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы киптерелгән укроп һабаҡтарын йәки орлоҡтарын һалып әҙерләргә. Укроп төнәтмәһен дә яртышар стаканлап эсергә кәңәш ителә.
фото һәм мәғлүмәт интернет селтәренән.