Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
10 Март 2023, 12:55

ТӘМЛЕКӘС

Ябай ҙа, тәмле лә, тиҙ ҙә...

ТӘМЛЕКӘС
ТӘМЛЕКӘС

Эремсекле тәмлекәс

Яҡынса 18 печенье бешереү өсөн кәрәк була:

-220г эремсек
- 100г аҡ май
- 40г шәкәр
- 170-180г он
-1 сәй ҡалағы йомшартҡыс
-2-3 аш ҡалағы джем йә ҡуйы ҡайнатма.

 

Эремсекте йомшаған аҡ майға һәм шәкәргә ҡушырға, бер аҙ он һибергә, йомшартҡыс өҫтәргә. Болғатырға. Ҡалған ондо ҡушырға һәм йомшаҡ ҡамыр баҫырға. 3-4 мм ҡалынлығында йәймә йәйеп, түңәрәкләп ҡырҡырға. Бер түңәрәккә джем/ҡайнатма һалғас, өҫтөнә икенсеһен һалырға. Таяҡса менән ситтәренә тишектәр эшләргә.

180 градуслыҡ мейестә 15 минут бешерергә.

Автор:Резеда Валиева