АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Хужабикәгә
12 Декабря 2022, 16:10
Өсмөйөштәр бешереп ашайыҡ, әйҙә!
Ҡамыры үҙе йомшаҡ, үҙе тәмле, үҙе кетерләп кенә тора! Һеҙ һораған бәлештең рецебын ҡабат ҡуям:ҠАМЫР: ярты стакан йылы һыу + ярты стакан һөт + ярты стакан көнбағыш майы + 3 ҡалаҡ майонез + 1 балғалаҡ тоҙ + он = йомшаҡ ҡына итеп баҫабыҙ.Бер ниндәй әсетке лә, сода ла кәрәкмәй.ЭСЛЕК: фарш + бәрәңге + ҡаҙ майы + һуған + тоҙ + борос = барыһын да турап, бергә болғайбыҙ.180 градуслы мейестә 40-45 минут бешерергә лә, яҡындар менән бергә, донъя именлегендә рәхәтләнеп ашарға! Барығыҙ ҙа һау-сәләмәт булығыҙ, йөрәккәйҙәрем!
Өсмөйөштәр бешереп ашайыҡ, әйҙә!
Өсмөйөш итәһегеҙме, ваҡ бәлешме - ҡалайтһағыҙ ҙа шәп! Ашауҙан башҡаға эшкинмәй!
Автор:
Гульдар Кадаева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"