АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
11 Декабрь 2022, 09:10

ЛИМОНЛЫ ЭРЕМСЕК

Сөсө генә итеп лимонлы аҡ эремсек эшләп алығыҙ әле. Ул бик файҙалы. Хатта йөҙйәшәрҙәр ризығы тиҙәр уны. Хәтерҙе яҡшырта, йөрәк эшмәкәрлегенә, һөйәк һәм ҡан тамырҙарына яҡшы йоғонто яһай. Депрессия мәлендә лә ыңғай тәьҫир итә. Тәме лә күңелгә ята.

Быны эшләп алыр өсөн 1 литр һөт, 1 лимон кәрәк.

Тәүҙә лимондың ҡутын һығып алығыҙ. Һөттө йылытырға ҡуйығыҙ, тик ҡайнап китмәһен, арыу ғына йылынғас, уға лимон һуты ҡойоп, тиҙ генә болғатып уттан алығыҙ. Хәҙер һөҙөп алығыҙ инде. Эремсеккә тоҙ ҙа, шәкәр ҙә ҡушмағыҙ. Ҡаймаҡ йә бал мөмкин.

* Табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:Резеда Валиева