Әҙерләү:1. Тауыҡты ҡаймаҡ йәки майонез, тәмләткестәр менән маринадлайбыҙ.
2. Һуғанды турап, кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ.
3. Дөгөнө йыуабыҙ.
4. Табаға һуған-кишерҙе һәм дөгөнө һалабыҙ, тоҙ һәм борос һибәбеҙ.
5. Һуңынан тауыҡ киҫәктәрен теҙеп сығабыҙ ҙа, дөгө өҫтөнән 0,7-1 сантиметр сығырлыҡ итеп һыу һалабыҙ.
6. Табаны фольга менән ҡаплап, пар сыҡһын өсөн бер нисә тишек эшләйбеҙ.
7. Алдан йылытылған духовкаға 50 минутҡа оҙатабыҙ, һуңынан фольганы алып, тағы 20 минут тотһағыҙ, тауыҡ алһыу ғына булып бешәсәк.
🙏🏻Аштарығыҙ тәмле, үҙегеҙ һау-сәләмәт булығыҙ! 🍴



