Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
5 Декабрь 2022, 09:50

Балаларҙың иммунитетын нисек күтәрергә?

Йыш сирләгән сабыйҙарҙың һаулығын нығытырға түбәндәге рецептар булышлыҡ итә ала.Тик ата-әсә балаһына теге йәки был ингредиенттың нисек тәьҫир иткәнен яҡшы белергә йәки табип менән алдан кәңәшләшергә тейеш.

Балаларҙың иммунитетын нисек күтәрергә?
Балаларҙың иммунитетын нисек күтәрергә?

Һырғанаҡ ҡатнашмаһы. Ул 200 грамм емешкә ике ҡалаҡ шәкәр ҡушып иҙеү юлы менән алына. Әскелтем генә һут бүленеп сыға. Ҡатнашманы балаға балғалаҡлап көнөнә ике тапҡыр бирергә кәңәш ителә. Артығын һыуытҡыста һаҡларға.

Мүк еләге. Ярты килограмм еләкте ағас ҡалаҡ менән иҙергә лә уға ваҡланған өс алма, бер стакан грек сәтләүеге, ярты стакан шәкәр (әсе булһа, күберәк алына), ярты стакан һыу ҡушырға. Барыһын бергә болғап, һүрән утта ҡайнатып алырға. Һыуынған ҡатнашманы балаға иртәле-кисле берәр балғалаҡ ашатырға.

Гөлйемеш. Иҙелгән емештәренән яһалған төнәтмәне көҙ башланыу менән эсерә башларға була - күп сирҙәрҙән һаҡлай.

Коктейль. Таҙартылған, ваҡ итеп туралған яртышар килограмм кишер менән сөгөлдөрҙө кәстрүлгә һалғас, өҫтөнә ике илеләй сығып торорлоҡ итеп ҡайнар һыу ҡойорға һәм йәшелсәләр бешкәнсе һүрән утта тоторға. Шунан, алып һөҙгәс, һыуына берәр ус йөҙөм, күрәгә ҡушырға ла йәнә 3-4 минут ҡайнатырға. Һыуынғас, бал өҫтәргә һәм һалҡыныраҡ ерҙә өс-дүрт сәғәт төнәтергә. Уны балаларға ай буйына көнөнә өс тапҡыр яртышар стаканлап бирергә.

Витаминдар ҡушылмаһы. Бер тигеҙ өлөштә алынған һәм ит турағыстан үткәрелгән йөҙөм, күрәгә, кипкән ҡара емеш, инжирға ике ҡалаҡ бал һәм ярты лимон һуты ҡушып яҡшылап болғатырға. Көнөнә өс-дүрт балғалаҡ ҡатнашма ашау ҙа һаулыҡҡа тик ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты күтәрә.

Эхинацея. Бер ҡалаҡ кипкән үләнгә 250 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Иртән һөҙөп, уны ашарҙан 30 минут алда эсерергә. Дауаланыу ваҡыты - ун көн.

Сәләмәт булайыҡ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ👆🏻

Автор:Гульдар Кадаева