АТАЙСАЛ
+20 °С
Ясно
Антитеррор
Хужабикәгә
11 Ноября 2022, 06:15
Әйҙә ҡатлап-ҡатлап торт бешерәйек! Бауырҙан!
Әйҙә торт бешерәйек! Бауырҙан! 1 кг бауырҙы бер баш һуған ҡушып ит үткәргес аша үткәрәбеҙ. Өс йомортҡа, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 өймәләмә аш ҡалағы он, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, тоҙ, борос ҡушып боғатабыҙ. Килеп сыҡҡан иҙмәне табала ҡоймаҡ кеүек ике яҡлап бешереп алабыҙ. Һуған менән кишерҙе ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа ҡоймаҡтар араһына һалып торт яһайбыҙ.
Әйҙә ҡатлап-ҡатлап торт бешерәйек! Бауырҙан!
Теләгән кеше һәр ҡатҡа майонез да һылай. Торттың өҫтөн помидор, йәшел тәмләткестәр, бәшмәк, корейса кишер һалып биҙәргә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор:
Гульдар Кадаева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"