+11 °С
Облачно


Ингредиенттар:
100 мл һөт
300 грамм эремсек
2 аш ҡалағы какао
2 аш ҡалағы шыйыҡ бал
20 грамм желатин
1 стакан һыуыҡ һыу
Желатинға бер стакан һыу ҡуйып 30 минутҡа бүртенә ҡуйырға.
Шунан утҡа ҡуйып һөт, какао, бал ҡушып болғатырға, әммә ҡайнатмаҫҡа.
Эремсекте ҡушып боғатабыҙ. Артабан массаны блендерҙа иҙәбеҙ.
Суфлены формаларға ҡойоп, ҡатырырға һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!