АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Хужабикәгә
24 Октября 2022, 06:49

Итле - картуфлы өсмөйөштәр

***** 🍁Күгебеҙ аяҙ, йорт - ил тыныс булһын, һәр кемгә, һәр ғаиләгә именлек теләйем. Матур ял көндәре һеҙгә, дуҫтар!


Фарш - һыйыр / йылҡы ите, туң май(говяжий жир) Тәменә ҡарап самалап тоҙ, борос, һуған, һыу ҡушып, яҡшы итеп тансҡарға (бутарға, болғарға)) Картуфты шаҡмаҡлап турап, матур итеп сайып алғас, үҙегеҙгә оҡшаған тәмләткестәр, тоҙ, борос ҡушып, болғап ултыртып торорға. Фаршты ҡушмайбыҙ әлегә. Ҡамырҙы өлөштәргә бүлеп таҫтамал ябып, 10 - 15 минут ял иттерәбеҙ. Ул арала картуфты тағы бер яҡшылап болғап, бүленеп сыҡҡан һыуын тулыһынса һарҡытабыҙ. Тоҙон тәмләп ҡарағыҙ, әҙ булһа, самалап өҫтәгеҙ. Шунан инде, фаршты ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ. Эслек әҙер. Ҡамырҙы ныҡ йоҡа итмәй генә йәйәбеҙ. Эслекте һалып, матур итеп бөрөп ҡуябыҙ. Тағы ябып, 10 - 15 минут ултыртып торорға (ҡабарыуы етмәһә, ярылып, йәки формаһы үҙгәреп китергә мөмкин) Ваҡыт үткәс, өсмөйөштәргә яҡшы итеп туҡылған йомортҡа һөртәбеҙ. Булды.180° ҡыҙыулыҡтағы духовкала 30 - 35 минут бешеренеп алырға. Һәр кем үҙ мейесенә ҡарай инде. Бешеп сыҡҡас, таҫтамал ябып тороғоҙ, йомшарыр.
Ҡамыр - https://vk.com/wall275910365_2841,
Тик был юлы йомортҡаһыҙ, һәм көнбағыш майын ғына ҡуштым, күберәк - ярты стакан, маргарин (аҡ май)ҡушманым.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА
Читайте нас