

Ошо уңайҙан һеҙгә кәбеҫтә әҙерләүҙең 5 ысулын тәҡдим итәбеҙ.
Зөлфия Кәримуллинанан тәмле кәбеҫтә
Кәрәк була: бер ҙур баш кәбеҫтә, 0,5 стакан шәкәр ҡомо, 2 аш ҡашығы тоҙ, 0,3 стакан 9 процентлы аш һеркәһе, эре итеп ҡырылған бер кишер, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, оҙонсалап туралған болгар боросо.
Барыһын бергә бер табаҡта болғатып, ике сәғәт тоторға кәрәк. Унан банкаға тултырып, һыуытҡысҡа ҡуяһы.
Зәйтүнә Әхмәтованан «мәшәҡәтһеҙ» салат
З литрлыҡ банкаға тығыҙлап кәбеҫтә, кишер, укроп орлоғо тултырам. 2 аш ҡалағы тоҙ һалам, һыу ҡоям, кәбеҫтә баҫыла төшкәс, тағы өҫтәйем. 2 көн шулай тик тора, баҫҡылап, һауаһын сығарып торам. 2 аш ҡалағы шәкәр һалам, тағы ике көн ултыра. Кәбеҫтә әҙер.
Ләйсән Хантимерованан кәбеҫтә салаты
3 кг кәбеҫтә, 1 кг болгар боросо, 3-4 кишер, 2 аш ҡалағы укроп орлоғо, 4 аш ҡалағы шәкәр, 3 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан шыйыҡ май (яртыһы – таҙартылған, яртыһы –таҙартылмаған), 0,5 стакан алма һеркәһе, 1 литр һыу. Кәбеҫтә, болгар боросо, кишерҙе ваҡлап турарға, барыһын бергә болғатырға, рассол әҙерләп, кәбеҫтәләрҙе банкаларға тултырырға.
Гөлүсә Рәхмәтуллинанан кәбеҫтә тоҙлау ысулы
3 литрлы банкаға: 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, 6-7 түңәрәк ҡара борос, 2-3 ҡәнәфер, 3 уртаса ҙурлыктағы кишер, 1-2 лавр япрағы, ҙур-ҙур киҫәктәргә киҫкеләп кәбеҫтә тултырырға. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға. Шуны 10 минут тоторға. Һыуҙы түгергә. Ул арала рассол әҙерләп ҡуйырға. Уныһы былайыраҡ яһала: 1,5 литр һыу,
2 аш ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 стакан 9 процентлы аш һеркәһе. Аш һеркәһен рассол ҡайнап сыҡҡас ҡына һалырға. Бер тапҡыр болғатып алғас банкаға ҡойорға. Бер нисә көндән тоҙланған кәбеҫтә әҙер була.
Әлфиә Ғәлиәхмәтованан кәбеҫтә тоҙлау рецебы
1 ҙур кишерҙе ҡырғыста ваҡлағас,туралған кәбеҫтә менән еңелсә генә ҡул менән ыуабыҙ. Банкаға тығыҙлап тултырабыҙ, өҫтөнә 0,5 стакан аш һеркәһе һалабыҙ. Маринад өсөн: 2 литр һыу, 2 аш ҡалағы тоҙ, 0,5 стакан шәкәр. Ҡайнап торған маринадты банкаға һалабыҙ. Өҫтөн тәрилкә менән ҡаплап, 1 көн тотабыҙ, икенсе көн һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.