АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
13 Октябрь 2022, 12:10

Ҡаҙаҡса бишбармаҡ

Быйыл йәй Ҡаҙағстанға барғанда "мотлаҡ ҡаҙаҡса бишбармаҡ ашар кәрәк әле", тип уйлап ҡуйған инем. "Ярар, өлгөрөрбөҙ", тип һуҙылып йөрөй бирҙек. Сәйәхәттең аҙаҡҡы көнөндә заказ эшләйбеҙ тигәндә, "алданыраҡ әйтер кәрәк ине, тиҙ эшләнмәй ул" тип ҡырт киҫтеләр.

Ә беҙгә ҡайтырға ваҡыт. Ярай әле баҙарҙан инеп әҙер һалманы (ҡаҙаҡса - жәймәне) алып өлгөргән инем.


Бына әле кисә быйылғы ҡорбан итен, ҡаҙыны бешереп, һурпаһына әлеге һалманы төшөрөп, беренсегә үҙем ҡаҙаҡса бишбармаҡ бешереп ҡараным. Инде тәмле килеп сыҡты  Ирем дә: "Ҡаҙағстанда бишбармаҡ ауыҙ итә алмаһам да, һинеке күпкә тәмлерәк икән!" - тип ҡуйҙы.

Дуҫтар, һеҙгә тип бешереү барышын әҙерәк видеоға төшөрҙөм. Шулай уҡ рецебын да һалам:

‼️Һарыҡ итен, ҡаҙыны һәр береһен айырым бешерергә. Ит бешкән һурпаға тәм өсөн бер баш һуған төшөрөргә. Аҙаҡ ул һуғанды алып, шул уҡ һурпала бер нисә бәрәңгене бешереп алырға (кем теләй, һыуҙа бешерегеҙ). Аҙаҡ бәрәңгене, итте алып, һурпаһын һөҙөргә, тоҙлоғон айырып алып, ярымтүңәрәкләп киҫелгән һуғанды бешерергә. Ҡалған һурпаға ҡаҙаҡса һалманы төшөрөп, тиҙ арала бешереп алырға.

Йәйенке һауытҡа бәрәңгене, өҫтөнә һалманы йәйеп һалырға, уның өҫтөн ит киҫәктәре, ҡаҙы һәм дә тоҙлоҡта бешкән һуған менән биҙәргә. Өҫтәлгә ҡуйғанда, айырым кәсәләргә һурпаһын да ҡойоп бирергә онотмағыҙ.

Һәр табындың күрке булырҙай туҡлыҡлы ла, татлы ла бишбармаҡ рецебы шулайыраҡ. Рецебын үҙегеҙгә лә һаҡларға онотмағыҙ📌

Ә ҺЕҘ ҠАҘАҠ ҺАЛМАҺЫ ЯРАТАҺЫҒЫҘМЫ?
ЭЙЕ
ЮҠ
Яуап
Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА
Читайте нас: