+14 °С
Облачно


500 грамм кефирға ярты сәй ҡалағы сода һалдым. Бер сәй ҡалағы тоҙҙо ярты стакан ҡайнар һыуҙа эретеп ҡуштым, ярты стакандай көнбағыш майы (йәки 2-3 аш ҡалағы һары май ), иләнгән он ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫтым. Ҡамырҙы йоморо ғына өлөштәргә бүлеп, әҙерәк кенә йәйә биреп, табаға теҙеп һалғандан һуң сәнске менән уртаһынан тишкесләп сығып ҡыҙыу мейескә бешерергә оҙаттым (180°).
Сөсө икмәктең бешеп сығыуы өйгә тәмле еҫтәр таралыуынан беленә, ярты сәғәт тирәләй ваҡыт эсендә бешеп сыға. Ул йомшаҡ ҡына булып беште, һары май һәм һөт менән бигерәк тә тәмле инде.
Гөлгөнә Байегетова.