АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
7 Сентябрь 2022, 08:11

Иртәнге сәйгә ҡоймаҡ ҡояйыҡ!

Иртәнге сәйегеҙ тәмле булһын!


Кәрәк:
- 1 стакан һөт
- 1 стакан он
- 0,5 сәй ҡалағы тоҙ
- 5 йомортҡа
- 100 грамм колбаса
- 100 грамм сыр
- йәшел һуған

Әҙерлек:

Һауытта һөттө йомортҡа менән бутайбыҙ, он ҡушып боғатабыҙ.

Ваҡ итеп туралған колбасаны, йәшел һуғанды, тоҙ ҡушып ебәрәбеҙ.

Табаға әҙ генә көнбағыш майы ҡойоп, ҡоймаҡты ҡоябыҙ.
Ике яғын әйләндереп бешереп алғас, өҫтөнә ҡырғыстан ткәрелгән сырҙы һибәбеҙ ҙә ҡоймаҡты икегә бүлеп көпләп һалабыҙ.
Иртәнгә сәйегеҙ тәмле булһын!

ә һеҙ ҡоймаҡ яратаһығыҙмы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева