Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
6 Сентябрь 2022, 15:33

Боростан тәмле салат

Майҙа борос ашағаныҙ бармы? Булмаһа, эшләп ашап ҡарағыҙ. телеңде йоторлоҡ тәмле килеп сыға!

Салат эшләү ысулы:

2 кг боросто йыуып, таҙалап 4 өлөшкә бүләбеҙ

1 баш һарымһаҡты турайбыҙ

 

 МАРИНАД ӨСӨН:
0,4л һыу
0,4л көнбағыш майы
180 г. шәкәр
1,5 аш ҡалағы тоҙ
1-1,5 аш ҡалағы70%-лы уксус
10-15 бөртөк ҡара борос

Маринадты утҡа ҡуябыҙ. Ул ҡайнап сыҡһа,  туралған борос менән һарымһаҡты ауҙарып,
5-15 минут ҡайнабыҙ. Банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ ҙа төрөп ҡуябыҙ.

ә һеҙ боростан салат яратаһығыҙмы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева