АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Хужабикәгә
31 Августа 2022, 08:11

Ҡаймаҡ-томат соусында картуфлы кәтлиттәр бешерәйек!

Ашығыҙ тәмле булһын!

Кәрәк:

Фарш – 400 г

Һуған, һарымһаҡ, йомортҡа

Һалҡын һөттә ебетелгән булка

2 аш ҡалағы он (панировка өсөн)

картуф

Әҙерләнә: фарштан ялпаҡ кәтлиттәр түгел, йомроҡастар яһап, онда әүәләйбеҙ ҙә майланған таба ситенә теҙәбеҙ. Уртаһына картуф һалабыҙ. 220 градус эҫе духовкала 30 минут бешерәбеҙ.

Соус әҙерләйбеҙ:

2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 аш ҡалағы кетчуп, 0, 5 һыу, тоҙ, боросто ҡушып болғатабыҙ. Духовкала бешеп ултырған кәтлит, картуф өҫтөнә ҡойоп, тағы 20 минут быҡтырабыҙ.

Бешеп сыҡҡас өҫтөнә йәшел һуған, укроп һибергә мөмкин.

ә һеҙ духовкала бешкән кәтлит яратаһығыҙмы?
эйе
юҡ
Ответить
Автор:гульдар кадаева
Читайте нас