+6 °С
Ясно


уртаһын, сирле урындарын ҡырҡып ташлап, ҡабығы менән бешерҙем. Төбөнә көйөп китмәһен өсөн әҙ генә һыу өҫтәнем. Бешкән алманы блендер менән яҡшылап иҙгәс, яҡынса 8 мм ҡалынлығында батмустарға ҡойоп сушилкаға оҙаттым. 70 градуста 4-5 сәғәттә әҙер була. Шәкәр ҡомо (бер кило алмаға 50 грамм тирәһе) ҡушһаң – тәмлерәк, ҡушмаһаң файҙалыраҡ килеп сыға. Бынау эҫелә тәҙрә төбөндә лә кибә.
Ашау өсөн йәшәп үтә йәй тигәйнем башта. Ну, улайтып кешегә әйтеүе оят бит инде. Шуға “Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра”, йәки “Йәйен ҡулың ҡыбырлаһа, ҡышын ауыҙың йыбырлар” тигән булып ҡупшылап тамамлайым да ҡуяйым инде. 😃
Рәхимә Мусина.
Автор фотоһы.