АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Хужабикәгә
25 Августа 2022, 08:25

Йоҡа йәйһәң дә йыртылмай торған ҡамырҙан манты

 Манты эслеге өсөн кәрәк: -ит менән һуғанды бер тигеҙ күләмдә алғыҙ, картуф турап ҡушығыҙ, тоҙ, борос һибегеҙ. Ҡамыр өсөн: 1 стакан ҡайнар һыуға 4 аш ҡалағы он (күберәк тә ярай) һалып болғатығыҙ! Ул һыуынған арала икенсе һауытта 1 аш ҡалағы майонез, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы бутайбыҙ ҙа ике һауыттағы шыйыҡсаны ҡушып, он һалып, ҡамыр баҫабыҙ.

Йоҡа йәйһәң дә йыртылмай торған ҡамырҙан мантыЙоҡа йәйһәң дә йыртылмай торған ҡамырҙан манты
Йоҡа йәйһәң дә йыртылмай торған ҡамырҙан манты

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас