АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
13 Февраль 2022, 10:50

ИХ, ТАЛҠАНЫ, ТАЛҠАНЫ...

Баймаҡ районы Йомаш ауылында йәшәүсе Фәрзәнә инәй Әбүбәкирова әле булһа ла ҡул тирмәне тота. Ауылдаштары уның талҡаны телде йоторлоҡ тәмле тип баһалай. Күптән түгел инәй ауыл ҡатындарына оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, талҡандың файҙаһы хаҡында һөйләгән.

ИХ, ТАЛҠАНЫ, ТАЛҠАНЫ...
ИХ, ТАЛҠАНЫ, ТАЛҠАНЫ...

Элегерәк һәр өйҙә тиерлек ҡул тирмәне булды. Һәр хужабикә ҡурмас ҡыҙҙырып, уны тирмән аша үткәреп, талҡан эшләй ине. Бөгөн магазиндарҙа талҡан һатыла башлағас, ҡул тирмәнен ҡулланыусылар ҙа юҡҡа сығып барғандай.

Баймаҡ районы Йомаш ауылында йәшәүсе Фәрзәнә инәй Әбүбәкирова әле булһа ла ҡул тирмәне тота. Ауылдаштары уның талҡаны телде йоторлоҡ тәмле тип баһалай. Күптән түгел инәй ауыл ҡатындарына оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, талҡандың файҙаһы хаҡында һөйләгән.

Талҡан ысынлап та туҡлыҡлы һәм файҙалы. Уны даими рәүештә ашау бик күп сырхауҙарға дауа. Артыҡ кәүҙә ауырлығын, холестеринды көйләү өсөн файҙаланырға мөмкин. Организмды йәшәртә, сәс һәм тире өсөн файҙаһы бар. Диабет, ашҡаҙан-эсәк, бөйөр, аллергия менән сирләгән кешеләргә лә талҡан менән дуҫ булырға.

Автор:Резеда Валиева