АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
29 Сентябрь 2021, 11:57

Ммм... тәмле!

Төшкө ашҡа нимә бешерергә тип уйлайһығыҙмы? Тиҙ генә бешерелә торған бәшмәк ашы рецебын тәҡдим итәбеҙ:

Ммм... тәмле!
Ммм... тәмле!

Аш өсөн 500 гр аҡ бәшмәк, 50 гр аҡ май, 2 литр һыу, 5 дана картуф, 2 дана кишер, 1 дана петрушка тамыры, 1 баш һуған, 30 мл көнбағыш майы, 1 лавр япрағы, тоҙ, борос һәм үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәр алығыҙ.

Бәшмәктәрҙе йыуып ваҡ итеп турайбыҙ ҙа аҡ майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ. Ҡыҙҙырылған бәшмәкте кәстрүлгә һалып өҫтөнә ике литр ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа 30 минут яй утта бешерәбеҙ.

Бәшмәк бешкәнсе, картуфты – оҙонса итеп, кишер, петрушка тамырын һәм һуғанды ваҡ ҡына кубиктарға турайбыҙ.

Көнбағыш майын табала ҡыҙҙырабыҙ ҙа, һуғанды алтын төҫкә ингәнсе бешерәбеҙ. Өҫтөнә петрушка тамырын һәм кишер һалып, тағын 5-7 минут ҡыҙҙырабыҙ.

Әҙер йәшелсәләрҙе бешеп ултырған бәшмәккә ҡушабыҙ ҙа, тағы 20-30 минут, картуф бешкәнсе ҡайнатабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Альфира Узянбаева