АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
16 Сентябрь 2021, 12:13

Ииих,тәмле!

Көҙ миҙгеле үҙенең сағыу төҫтәре менән генә күңелде арбап ҡалмай, тәбиғәт ҡосағында иркәләнеп кенә үҫкән тәмлекәстәре менән дә һыйлай. Гәзит уҡыусыларына гөрөздә бәшмәген тоҙлау рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Бәшмәкте яҡшылап йыуабыҙ һәм ҡайнатырға ҡуябыҙ. 3 литр һыуға 4 аш ҡалағы тоҙ һалабыҙ. 30 минут асыҡ ҡапҡас менән ҡайнатабыҙ. Һыуын ағыҙғас, ағып торған һыуҙа бәшмәктәрҙе йыуабыҙ. Артабан 3 литр һыуға 4 аш ҡалағы тоҙ һалып тағы ла 30 минут ҡайнатабыҙ. Был юлы һыу ҡайнап сыҡҡандан һуң 5,6 лавр япрағы, 15 түңәрәк борос, 4,5 укроп зонтигы, 2 баш һарымһаҡ, 10 ҡарағат япрағы, 1 сәй ҡалағы лимон кислотаһын 100 мл һыуға һалып, 100 грамм аш һеркәһе ҡушабыҙ. Ошо рассолда бәшмәктәрҙе тағы ла 10 минут ҡайнатабыҙ. Унан һуң һүлпән утта тотоп, стериль банкаларға әҙер бәшмәктәрҙе тултырабыҙ. 1 литрлыҡ банкаға 2 аш ҡалағы көнбағыш майы һалырға онотмағыҙ. Өҫтөнә рассолды ҡоябыҙ. Бер көнгә банкаларҙы ҡапҡасы менән аҫҡа ҡаратып әйләндереп торабыҙ. Унан һуң һыуыҡ урынға һаҡларға ҡуябыҙ.

Автор:Альфира Узянбаева