Көндәр эҫе тора. Әммә ҡояштан ҡасып тик ятыу мөмкин түгел, сөнки эш күп, айырыуса ауыл ерендә. Әлбиттә, ҡайнар ҡояш аҫтында эшләүсе тирләй… Тирләүҙән нисек ҡотолорға? Был кәңәшебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарға оҡшар тип уйлайбыҙ. Сөнки биҙәнеп-төҙәнеп кенә матур булып булмай, һинән хуш еҫ тә бөркөлөргә тейеш.
Әлбиттә, магазиндарҙа һәр төрлө дезодорант һатыла. Әммә улар кейемдә эҙ ҡалдыра. Был—бер. Икенсенән, уны йыш ҡулланыу һаулыҡ өсөн зыянлы.
Ә бына тәбиғи алымдар күпкә яҡшы һәм хәүефһеҙ, өҫтәүенә сығымһыҙ ҙа.
1-се рецепт. Боланкүҙ (ромаша) сәскәһенән төнәтмә эшләргә кәрәк. 60 грамм сәскәгә 2 литр һыу, 2 аш ҡалағы тирәһе сода ҡушабыҙ. Ошо ҡатышма менән ҡултыҡ аҫтын һөртөп йөрөгөҙ.
2-се рецепт. Имән ҡайырынан төнәтмә лә ярҙам итә. Ваҡланған ҡайырыға 200 мл ҡайнар һыу ҡойорға. Яңы ғына һығылған лимон һуты өҫтәгеҙ. Ошо ҡатышма менән проблемалы урынды һөртөгөҙ. Тик ул таҙа һәм ҡоро булырға тейеш.