АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
28 Май 2021, 11:00

СЫРЛЫ ҠОЙМАҠТАР

Һәр төрлө ҡоймаҡ була. Бөгөн беҙ һеҙгә сырлы ҡоймаҡ тәҡдим итәбеҙ.


Ингредиенттар:
-һөт - 1,5 стакан
-йомортҡа - 2
-он - 1 стакан
-сыр - 150 гр
-тоҙ - 1 сәй ҡалағы
-шәкәр - 1 сәй ҡалағы
-йомшартҡыс (разрыхлитель) - 1 сәй ҡалағы
-үҫемлек майы - 2 аш ҡалағы
-укроп – самалап
Әҙерләү: йылы һөттө шәкәр, йомортҡа, тоҙ менән ҡатыштырырға. Унан йомшартҡыс ҡушылған он өҫтәргә. Сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрергә, укропты ваҡларға, уларҙы һәм үҫемлек майын ҡушырға.
Ғәҙәти ҡоймаҡ бешергән һымаҡ табала бешереп алырға. Ҡоймаҡтарға май яғып, табынға бирергә.